4 декабрь, Йәкшәмбе

09 июль 2014 йыл, 11:57

Рәсәйҙә «Универсаль электрон карта» проектын ғәмәлгә индереү буйынса Башҡортостан һигеҙенсе урында

автор: Дмитрий Слезин

Башҡортостан Рәсәйҙә «Универсаль электрон карта» проектын ғәмәлгә индереү буйынса һигеҙенсе урынды биләй.

Беренсе урында Тула өлкәһе. Рейтинг бер төркөм мөһим күрһәткестәр, шул иҫәптән ҡабул ителгән ғаризалар, бирелгән карталар, төбәк халҡының иҫәбен иҫәпкә алыу менән ғаризалар ҡабул итеү пункттары, шулай уҡ башҡа күрһәткестәр, нигеҙендә төҙөлгән.

Әле Башҡортостанда 30 меңләп ғариза ҡабул ителгән һәм 26 меңдән ашыу карта эшләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығының матбуғат хеҙмәтенән. 23 ғаризалар ҡабул итеү һәм Универсаль электрон карта биреү пункты эшләй. Универсаль электрон картала банк тәҡдимдәре өс кредит ойошмаһы тарафынан эмиссиялана – «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уралсиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Аҡ Барс» банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

Универсаль электрон картаның транспорт ҡушымтаһы – берҙәм социаль йөрөү билетын ҡулланыу буйынса сервис тормошҡа ашырылған. Универсаль электрон картала Берҙәм социаль йөрөү билеты менән әүҙем ҡулланыусылар һаны – 1.536 кеше. Юл йөрөүҙәр һаны – 277.620. Шулай уҡ Башҡортостан социаль картаһының дисконт ҡушымтаһында һәм Берҙәм республика дисконт-бонус системаһында Универсаль электрон картаны ҡулланыу буйынса сервис бойомға ашырылған. Дисконт ҡушымта менән 1.980 кеше әүҙем ҡуллана. Мәҫәлән, хәҙер БР буйынса дисконтта Универсаль электрон карта буйынса операцияларҙың суммаһы – 7 миллион һумдан артҡан, ә иҫәпләп өҫтәгән бонустарҙың суммаһы – 113 мең һум.

Башҡортостан Республикаһының Төбәк дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында (pgu.bashkortostan.ru) Универсаль электрон карта менән ҡулланыусыларҙы идентификациялау тәьмин ителгән. Күп функциялы үҙәк структураһында УЭК менән ҡулланыу буйынса сервис тормошҡа ашырылған.