5 декабрь, Дүшәмбе

09 июль 2014 йыл, 10:38

Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға 1 миллиард 298 миллион һум аҡса бүленде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан бюджетынан бюджет өлкәһе учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡын арттырыуға 1 миллиард 298 миллион һум аҡса бүленде. Тейешле ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Уҡытыусыларҙың һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың майҙағы указдарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә арттырыла.

Документҡа ярашлы, дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының 2014 йыл өсөн уртаса эш хаҡының кимәле кәмендә өс процентҡа, ә балалар баҡсалары тәрбиәселәренең – 2013 йылда еткерелгәндән кәмендә дүрт процентҡа артырға тейеш.

Өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кәмендә 11 процентҡа артасаҡ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәмендә 17 процентҡа, ғилми хеҙмәткәрҙәр 25 процентҡа күберәк аласаҡ. Был яңылыҡ шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау ойошмаларындағы кесе персоналға, социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм етем балаларға хеҙмәт күрһәткән уҡытыусыларға ҡағыла. Бөтә категорияларҙың эш хаҡын арттырыу 2013 йылда уртаса эш хаҡы кимәленә еткерелгәнгә ҡарата проценттарҙа яҙылған.