8 декабрь, Кесе йома

09 июль 2014 йыл, 9:59

Өфөлә иң социаль һөҙөмтәле компанияларҙы бүләкләнеләр

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

8 июлдә Өфөлә 2013 йылға «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү өсөн» VIII республика тармаҡ-ара конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр. Сара Республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы ултырышы сиктәрендә үтте.

Быйыл конкурста Башҡортостандың 195 предприятиеһы һәм ойошмаһы ҡатнашты. Икенсе этапҡа, коллектив килешеүҙәре төҙөлгән һәм теркәлгән, табышлылыҡты күрһәткән, хеҙмәткәрҙәргә даими социаль ярҙам иткән, эш хаҡы буйынса бурысы һәм эштә үлем осраҡтары булмаған, туғыҙ предприятие сыҡты.

Еңеүселәр һәм призерҙар өс төркөмдә билдәләнде. Тәүге икәүһенә, үҙенең ағзалығына ярашлы республика тармаҡ профсоюздарында бүленгән, бюджетҡа ҡарамаған ойошмалар, өсөнсөһөнә бюджет учреждениелар инде.

Тәүге төркөмдә лидер – «Йәшен» Өфө ғилми-производство предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Икенсе урында – «Башҡортостан электр энергияһын етештереү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалының 2-се Өфө йылылыҡ-электр үҙәге, өсөнсөлә – «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.

Икенсе төркөмдә «Тәбиғи продукттар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («Йәрминкә» магазиндар селтәре) еңеү яуланы, «Стәрлетамаҡ йылылыҡ селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте икенсе урында, өсөнсөлә – «Артемида» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Ҡырмыҫҡалы районы).

Бюджет учреждениелар араһында беренсе урынды Белорет ҡалаһының 8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе яуланы, икенсене – Стәрлетамаҡ районы һәм ҡалаһының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге, өсөнсөнө – Стәрлетамаҡтың 3-сө Ҡала дауаханаһы.

— Йылдан-йыл социаль яуаплылыҡтың юғары планкаһын тотҡандар менән бер рәттә яңы предприятиелар һәм ойошмалар барлыҡҡа килеүе айырыуса ҡыуандыра. Ә ул конкурстың формаль булмағанын, ҡыҙыҡлы булыуын һәм ни тиклем уның географияһы һәм ҡатнашыусыларҙың иҫәбе артыуынан, шул тиклем республиканың һәр предприятиеһында, ойошмаһында хеҙмәт шарттарының уңайлыраҡ булыуын аңлата, — тип билдәләне, конкурс еңеүселәрен ҡотлап, БР Хөкүмәте вице-премьеры Лилиә Ғүмәрова.