Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала инфляция йылдың тәүге яртыһында 4,8 процент тәшкил итте

Иҡтисад

Ғинуар-июндә Башҡортостанда инфляция, дөйөм алғанда Рәсәйҙәге кеүек, 4,8 процент тәшкил итте. Волга буйы федераль округында был күрһәткес Удмуртия Республикаһында 3,8 проценттан алып Ульяновск өлкәһендә 5,6 процентҡа тиклем үҙгәрә, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Башҡортостандың ҡулланыу баҙарында инфляция торошо ағымдағы йылда былтырғыға ҡарағанда аҙыҡ-түлеккә (2013 йылдың ғинуар-июнендәге 6,1 процентҡа ҡаршы 8,3 процент) һәм хеҙмәттәргә (2,7-гә ҡаршы 4,3 процент) хаҡтарҙың юғарыраҡ үҫеше менән билдәләнә. Аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға хаҡтар былтырғы темптар менән үҫешә: алты ай эсендә 1,7 процентҡа.

Волга буйы федераль округының күпселек субъекттарында картуфҡа һәм йәшелсәгә хаҡтар байтаҡҡа артҡан. Ярайһы уҡ сусҡа ите, ҡош ите, һөт һәм һөт ризыҡтары, аҡ май, дөгө, тары ярмалары, шәкәр, туңдырылған балыҡ һәм араҡы ҡыйбатланған. Шуның менән бергә тауыҡ йомортҡаһына һәм көнбағыш майына хаҡтар төшкән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть