Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт педагогия университетында ЮНЕСКО кафедраһы асыла

Йәмғиәт

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ЮНЕСКО кафедраһы асыла. Асыу тантанаһы 10 июлдә, ЮНЕСКО етәкселегенең республикаға сәфәре көндәрендә үтәсәк.

Башҡорт дәүләт педагогия университетында хәбәр итеүҙәренсә, юғары уҡыу йортонда оҙаҡ йылдар ЮНЕСКО үҙәге эшләгән, ә 2013 йылдың ноябрендә университет ЮНЕСКО кафедраһын асыуҙы раҫлаусы документтарҙы ала. Әммә рәсми рәүештә асыу тантанаһы әлегә тиклем күсерелеп килә.

ЮНЕСКО-ның ярҙамы ғилми-тикшеренеү һәм методик эштәрҙә катализатор ғына булып ҡалмаясаҡ, ә вузға өҫтәмә ярҙам йәлеп итеү һәм университет ресурстарын арттырыу өсөн халыҡ-ара саралар ойоштороу мөмкинлеге лә бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть