9 декабрь, Йома

08 июль 2014 йыл, 16:31

Сифат өлкәһендә Башҡортостан Президенты Премияһына дәғүә итеүселәрҙән заявкалар 10 августҡа тиклем ҡабул ителә

автор: Эльвира Латипова

Продукция (тауарҙар, хеҙмәттәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Премияһына дәғүә итеүгә сираттағы конкурс иғлан ителде. «Башинформ» агентлығына БР Дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә иң абруйлы сифат конкурсында ҡатнашыуға заявкалар 10 августҡа тиклем БР Стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәгендә ҡабул ителә.

Премиялар конкуренцияға һәләтле продукциялар сығарыу, сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү, сифат менән идара итеүҙең юғары һөҙөмтәле алымдарын индереү өсөн бирелә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013 йыл йомғаҡтары буйынса Нефтекама автомобилдәр заводы, Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм БР Нефть-химия эшкәртеү институты лауреаттар тип танылды.