10 декабрь, Шәмбе

08 июль 2014 йыл, 11:34

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары һөт етештереүҙе 2013 йылдың ғинуар-июненә ҡарата 2,3 процентҡа арттырған

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында июль башына ҡарата тулайым һауым 350,3 мең тонна тәшкил итте, ул 2013 йылдың ошо уҡ ваҡыттағы күрһәткестәренән 2,3 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Был көндәрҙә ауыл хужалығы етештереүселәре тәүлек һайын 2,4 мең тонна һөт һауып ала, уларҙың 480 тоннаһы тирәһе фермер хужалыҡтарына тура килә. Республикала Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ райондары иң «һөтлөләр» булып ҡала, уларҙа көнөнә 134 һәм 123 тонна һөт һауып алалар. Йыл башынан алып был райондарҙың һәр ҡайһыһында тулайым һауым өс мең тоннанан артҡан.