Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә иң эре электр станцияһының ҡеүәте 2014 йылда ике тапҡырҙан ашыуға артасаҡ

Иҡтисад

2-се Өфө йылылыҡ-электр үҙәгендә үҙенең ресурстарын файҙаланып бөткән 3-сө турбоагрегатты Siemens компанияһы етештергән SST-300 пар турбинаһына алмаштыралар. Өфөлә иң ҡеүәтле электр станцияһын реконструкциялау буйынса бөтә эштәрҙе 2014 йылдың аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. Башҡортостан электр энергияһын етештереү компанияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы ҡорамал 2-се йылылыҡ-электр үҙәгенең билдәләнгән электр ҡеүәтен ике тапҡырҙан ашыуға – 6-нан 14 МВт-ҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирәсәк.

2-се йылылыҡ-электр үҙәгендә яңы паросил агрегатын ҡуйыу өсөн нигеҙ әҙерләнгән. Ошо көндәрҙә уға 54 тонналыҡ SST-300 турбинаһын һәм 36 тонналыҡ генераторҙы урынлаштырҙылар. Хәҙер металл конструкцияларын һәм мембрана ҡыйығын йыйырға, ҡорамалдарға монтаж яһарға ҡала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть