Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

БР Халыҡтар дуҫлығы йорто Хакасияла халыҡ-ара форумда ҡатнашты

Мәҙәниәт

Хакасия Республикаһының баш ҡалаһында Абаканда «Социаль-мәҙәни үҫеш байлығы булараҡ, тарихи-мәҙәни мираҫ» IV Халыҡ-ара мәҙәни-туристик форум үтте.

Башҡортостандан халыҡ-ара форумда республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Азат Ибраһимов ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Форумда ул төбәктәрҙә тарихи-мәҙәни туризмды үҫтереү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашты, БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң «Сәнғәт – балаларға» мәҙәни-мәғрифәтселек проектына республика етәкселегенең ярҙамы тураһында һөйләне.

— Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙенең филиалдарын – тарихи-мәҙәни үҙәктәрен ваҡиғалы туризм сараларына йәлеп итеү мөмкинлектәрен ентекләп өйрәнә, — тип хәбәр итте Азат Ибраһимов.

Форум сиктәрендә Азат Ибраһимов Хакасия Республикаһының милли һәм территориаль сәйәсәт министры Дмитрий Тодышев менән осрашты. Яҡтар ике төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, телен һаҡлау һәм өйрәнеү, ижтимағи милли-мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Халыҡ-ара мәҙәни-туристик форумдың төп пленар ултырышы «Тормош мәҙәниәте һәм сифаты» темаһына үтте. Халыҡ-ара сара сиктәрендә ҡунаҡтар Хакасияның йолалары, тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы менән танышты, «Евразия – ваҡыт һәм тормош киңлеге» халыҡ-ара күргәҙмә проекты презентацияһын ҡараны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть