10 декабрь, Шәмбе

08 июль 2014 йыл, 9:46

Төбәк башлығы Мексиканың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Рубен Альберто Бельтран Герреро менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

7 июлдә Республика Йортонда Рөстәм Хәмитов Мексика Ҡушма Штаттарының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Рубен Альберто Бельтран Герреро менән осрашыу үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу иле менән тығыҙ бәйләнештә тора. Тауар әйләнеше былтыр 15 миллиард АҠШ долларынан артҡан, уларҙың 90 проценты ул беҙҙең экспорт. Шул уҡ ваҡытта, «беҙҙең Мексика менән сауҙа мөнәсәбәте ҙур түгел. Тауар әйләнешенең күләме бик аҙ. Ысынында, былтыр республикабыҙҙан Мексикаға бик ҙур ашламалар тапшырыу булды, әммә был берҙән-бер операция», — тине республика етәксеһе.

Уның әйтеүе буйынса, «әлбиттә хәлде үҙгәртергә кәрәк, һәм бындай ваҡиғаларҙы үҫтереү варианттары бар». Мәҫәлән, Өфөлә урынлашҡан, Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы Мексика уҙаҡташтары ҡатнашлығында эре химия предприятиеһын төҙөргә ниәтләнә. Был проекттың күләме бер миллиард доллар самаһы тәшкил итә. Проекттың ағымдағы йылда башланыуы күҙаллана. Шуға күрә беҙгә Мексика капиталы киләсәк. Ул ошо проекттың бер өлөшөн тәшкил итәсәк, әммә уның ҡатнашыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.

— Бынан тыш, беҙҙең Мексиканың нефть компаниялары менән эш алып барыу өсөн мөмкинлектәребеҙ бар. Был юҫыҡта беҙҙең компетенциялар яҡшы, һеҙ быны нефть университетында күрҙегеҙ. Шуға күрә был йүнәлештә хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Беҙҙә гастролдәр менән сығыш яһай, үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә алырҙай иҫ киткес коллективтар бар. Ҡыҙыҡлы хеҙмәттәшлек йүнәлеше – белгестәр әҙерләү. Үҙебеҙҙең белгестәрҙе Мексикала уҡытыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ, ә Мексиканың егет һәм ҡыҙҙарын беҙҙә уҡытырға мөмкин булыр ине. Бындай тәҡдимдәр байтаҡ. Хәлде, хеҙмәттәшлек итеү киңлеген үҙгәртергә кәрәк, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.

— Башҡортостан – бик матур яҡ, бик мөһим төбәк. Бында мин өйөмдә кеүек. Һауа торошо беҙҙәге кеүек. Был бик мөһим визит, — тине Мексика дипломаты.

Ул Башҡортостан һәм Мексика араһында өс үҙ-ара эш итеү кимәленең барлығын билдәләне. «Беренсенән – сауҙаны көсәйтергә кәрәк, ә ул инвестициялар килергә тейеш тигәнде аңлата. Бынан тыш мәҙәни бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтереү зарурлығы тора. Һәм, өсөнсөһө, иң мөһиме. Өфө бөтә Рәсәй Федерацияһының энергетика йөрөге булып тора һәм был өлөштә беҙҙең уртаҡ нәмәләр байтаҡ, — тип билдәләне Герреро әфәнде.