10 декабрь, Шәмбе

07 июль 2014 йыл, 17:28

Башҡорт опера һәм балет театрында яңы художество етәксеһе һәм баш дирижер

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында – яңы художество етәксеһе һәм баш дирижер.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, художество етәксеһе итеп Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» Милли театр премияһы лауреаты Валерий Платонов тәғәйенләнде. 1991-2001 йылдарҙа ул театрҙың баш дирижеры булғайны, «Өфөлә Шаляпин кисәләре» опера, Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәтенең Халыҡ-ара фестивалдәре менән етәкселек итте, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡытҡан. Күп кенә эре сараларҙа ойоштороусы һәм оркестр дирижеры була.

Уның етәкселегендә донъя кимәлендәге операларҙың премьералары үтте.

2001 йылдан алып Пермь опера һәм балет театрында баш дирижер булып эшләй. Симфоник оркестр менән бик күп Рәсәй субъекттарында, сит илдәрҙә сығыш яһаған. Валерий Платонов Башҡорт театрының художество етәксеһе вазифаһы менән Пермь опера һәм балет театрында баш дирижер вазифаһын бергә алып барасаҡ.

Артем Макаров ҡабаттан баш дирижер вазифаһын биләне. Ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын «фортепиано» һөнәре буйынса, артабан опера-симфоник дирижерлыҡ итеү аспирантураһын тамамлаған.

Театрҙың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Владислав Самойлов үҙенең вазифаһында ҡала һәм административ мәсьәләләрҙе хәл итәсәк.