4 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2014 йыл, 14:20

Радик Гәрәев Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Рөстәм Хәмитов Радик Гәрәевты республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.

Радик Нәби улы Гәрәев 1960 йылда Өфөлә тыуған. «Иҡтисад һәм машиналар эшләү сәнәғәтен ойоштороу» һөнәре буйынса Өфө авиация институтын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Өфө авиация институтының лаборанты вазифаһынан башлай. Төрлө йылдарҙа СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат производство берекмәһенең ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, секретары, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының эштәр менән идара итеү инструкторы, Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағының эштәр менән идара итеү секторы мөдире вазифаларын башҡара. БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында, Өфө хакимиәтендә эшләй.

2013 йылда БР Территориаль үҫеш буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләй.