10 декабрь, Шәмбе

07 июль 2014 йыл, 12:56

Билдәле башҡорт шағиры Сафуан Әлибай яҡты донъянан китте

автор: Ләйлә Аралбаева

Башҡортостан әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 74-се йәшендә, оҙаҡ ваҡыт ауырығандан һуң билдәле башҡорт шағиры, тәржемәсе, драматург, прозаик, журналист Сафуан Әлибай яҡты донъянан китте.

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ы Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Тимер юлда, колхозда, Салауат районы гәзитендә эшләй. 1966 йылдан алып «Башҡортостан пионеры» гәзитендә хеҙмәт итә, әҙәби хеҙмәткәр, һуңынан баш мөхәррир була. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала директор булып эшләй. «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире була. «Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш» тигән балалар өсөн тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 йылда донъя күрә. Шул ваҡыттан алып ололар кеүек, балалар өсөн дә тиҫтәләгән китап нәшер иткән.

Сафун Әлибайҙың ижадында тағы ла бер сағыу бит – ул Александр Пушкиндың, Рәсүл Ғамзатовтың, Давид Кугультиновтың һәм башҡа шиғриәт классиктарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә бик яҡшы тәржемә иткән.

Башҡорт шағирының лирикаһы рус, ҡаҙаҡ, украин, төрөкмән, немец, монгол телдәренә тәржемә ителгән.

Сафуан Әлибайҙың пьесалары төрлө театр сәхнәләрендә уңышлы ҡуйыла.

Балалар өсөн «Тылсымлы шар» (1994) тигән китабы өсөн Сафуан Әлибай 1996 йылда Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара ЮНЕСКОның Маҡтаулы дипломына лайыҡ була.

Сафуан Әлибайҙың шиғырҙарына композиторҙар Роберт Ғәзизов, Заһир Исмәғилев, Роза Сәхәүетдинова, Данил Хәсәншин, Рим Хәсәнов байтаҡ йырҙар яҙған. Сафуан Әлибай – Роберт Ғәзизовтың «Полет Марса» балалар операһының либретто авторы.

«Шишмә» республика гәзите премияһына лайыҡ. Төрлө йылдарҙа Сафуан Әлибай республика Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, БР Хөкүмәте янындағы Терминологик комиссия ағзаһы, Башҡортостан балалар фонды рәйесе урынбаҫары була.

1986 йылда «Ҡойон» тигән йыйынтығы өсөн Сафуан Әлибай Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына лайыҡ була. 1991 йылда уға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. 2007 йылда Сафуан Әлибайҙың исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелә. Башҡортостан Республикаһы Президентының Указына ярашлы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.