9 декабрь, Йома

07 июль 2014 йыл, 11:57

Иң яҡшы йәш экологтар һәм урмансылар Шаран һәм Балаҡатай райондарында йәшәй

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Ынйы Шафиҡова

Мәҙәниәт йылына арналған, йәш экологтар һәм урмансыларҙың XXII республика слет-конкурсына йомғаҡ яһалды.

Бөтә республиканан 20 команда биш көн дауамында Йәрмәкәй районындағы «Шишмәкәй» сәләмәтләндереү лагерында үҙ белемдәрен генә күрһәтеп ҡалманы, ә республиканың алдынғы ғалимдарынан гидробиология, тупраҡ тураһындағы ғилем, урмансылыҡ һәм экология өлкәһендә белем алды, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика секторы мөдире Ынйы Шафиҡова.

Конкурстың программаһы эстәлекле булды: теоретик конкурстар, шәхси үҙ аллы яланда экологик тикшеренеүҙәр, уҡытыу-тикшеренеү эштәрен яҡлау буйынса ғилми конференция. Слет эшенең дүртенсе көнө тикшеренеү эштәрен яҡлауға арналғайны. Экологик конкурстың этаптарының береһендә йәш экологтар ялан шарттарында тупраҡтың морфологик сифатын өйрәнде.

Билдәһеҙ тәбиғәт мөйөшөн өйрәнгән саҡта балалар ултыртылған ағастарҙың урман үҫтереү шарттарына тап килеү мөмкинлеген тикшерҙе, тип билдәләне жюри ағзаһы, биология фәндәре кандидаты Фәриҙә Садыҡова. Көндөң икенсе яртыһында слетта ҡатнашыусылар Йәрмәкәй районының иҫтәлекле урындары буйынса сәйәхәт итте.

Мәктәп урмансылыҡтары араһында I урынды Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы урта мәктәбенең «Йәш урмансы» командаһы яуланы. II урынды – Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Миләшкәй» командаһы. III урынды Бишбүләк районының Айыт ауылы «Ҡайынҡай» һәм Ейәнсура районының Абзан ауылы «Сығанаҡтар» командалары яуланы.

Йәш экологтар командалары араһында I урынды Шаран районы командаһы, II урынды — Өфө ҡалаһы Дим районының балалар экология-биология үҙәге командаһы, III урынды — Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы урта мәктәбе яуланы.

Шулай уҡ «Иң яҡшы ботаник», «Иң яҡшы зоолог», «Иң яҡшы гидробиолог», «Иң яҡшы тупраҡ белгесе» һәм «Иң яҡшы урмансы» номинациялары буйынса шәхси беренселектә еңеүселәр билдәләнде.

Слет-конкурстың абсолют еңеүселәре «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам итеү буйынса Рәсәй Федерацияһы Президентының премияһын алыуға күрһәтеләсәк. Ул Шаран районынан Анастасия Аҡбулатова һәм Балаҡатай районынан Евгений Смарин.

Махсус бүләктәргә яңы командалар: Йәрмәкәй һәм Әбйәлил районынан йәш экологтар, йәштәр жюриһы бүләгенә – Белорет районының «Урмансы» командаһы лайыҡ булды.