11 декабрь, Йәкшәмбе

07 июль 2014 йыл, 9:59

Республика етәксеһе «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында ҡатнашты

автор: "Башинформ" | фото: Динар Кәлимуллин

5 июлдә Рөстәм Хәмитов Салауат районында булды, был көндө Салауат Юлаевтың 260 йыллығына арналған «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы үтте.

Арҡауыл ауылында республика башлығы Арҡауыл ауылы Мәҙәниәт йорто һәм ошонда уҡ урынлашҡан моделле китапхана эшмәкәрлеге менән танышты. Республика башлығы художество үҙешмәкәрҙәре оҫталары менән аралашты. Китапханала – уҡыу залында, шул иҫәптән электрон әҙәбиәт залында булды, китаптар һаҡлау урынын ҡараны. Уның фондында 16 мең китап бар, әммә, ябай китаптарҙан тыш электрон әҙәбиәт ҙур популярлыҡ менән файҙалана – уҡыусылар милли китапхана селтәрендә булған барлыҡ баҫмалар менән ҡуллана ала.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ мәҙниәт йортонда урынлашҡан крайҙы өйрәнеү музейында һәм көрәш буйынса СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Йосоповтоң музейында булды.

Әлкә ауылында – Салауат Юлаевтың кесе Ватанында, — Рөстәм Хәмитов урта мәктәптә ҡараны, унда 10 йыл элек халыҡ геройының бала саҡ йылдарына арналған музей ойошторолған. Был республиканың смарт-мәктәптәренең береһе, заманса технологияларҙы өйрәнеү буйынса базалы майҙансыҡ булып тора.

Республика башлығы информатика кабинетында булды, унда Малаяҙ уҡытыусылары менән вебинар бара ине. Ә математика кабинетында педагогтар уҡытыу процесында электрон таҡта менән ҡуллланыу мөмкинлектәрен күрһәтте. Уларҙың әйтеүе буйынса, заманса технологияларҙы файҙаланыу белем биреү сифатын арттырыуға мөмкинлек бирә.

Рөстәм Хәмитов уҡытыусыларҙың эш хаҡы менән дә ҡыҙыҡһынды. Уртаса эш хаҡы мәктәптә 21 мең һумға тиклем еткерелгән, артабан педагогик коллективтың эш һөҙөмтәһенә ҡарап уны әкренләп арттырыу билдәләнгән.

Салауат районы башлығы Ғәли Хәйретдинов мәктәпте Салауат Юлаев исемендәге лицей итеп атарға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов дөйөм алғанда был башланғысты хупланы һәм республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязовҡа был мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.

Район үҙәгендә Малаяҙҙа Рөстәм Хәмитов республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән Салауат Юлаевтың бюсына сәскәләр һалды.

«Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы Яңы Ҡаратаулы ауылы эргәһендә үтте. Уның программаһында – театрлаштырылған тамаша, милли спорт төрҙәре буйынса һабантуй, балалар һабантуйы, ат сабышы. Рөстәм Хәмитов ҡала һәм район экспозициялары менән танышты, байрам тирмәләрендә һәм ихаталарында булды, байрамды асыу тантанаһында сығыш яһаны.

— Бөгөн һеҙҙе милли геройыбыҙ – Салауат Юлаевтың 260 йыллығы ихлас күңелдән ҡотлайым. Беҙ иҫ киткес, матур урында йыйылдыҡ. Бөгөн барыһының да кәйефе күтәренке, һорап алынған кеүек – һауа торошо ла яҡшы. Һәм күңелдәребеҙҙә лә яҡты һәм таҙа. Сөнки намыҫлы эшләйбеҙ, сөнки һөҙөмтәләребеҙ бар, сөнки халҡыбыҙ еңел, тыныс, уңайлы йәшәһен өсөн барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Беҙгә татыулыҡ, тыныслыҡ; яҡшы, тыныс көндәр кәрәк. Күршеләребеҙҙә нимә барғанын аңлайбыҙ. Беҙгә бәхәстәр кәрәкмәй – беҙгә аҡыллы, лайыҡлы тормош кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республиканың һәр кешеһе үҙен бәхетле итеп тойһон, үҙенең киләсәген аңлаһын, уның балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен нимә көтәсәген белһен өсөн беҙгә тағы ла әллә күпме нәмәләр эшләргә кәрәк. Шуға күрә, булған ыңғай башланғыстарыбыҙҙы үҫтереп, ең һыҙғанып эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙең мотлаҡ уңыш булыуына ышанам. Һәм мотлаҡ алдыбыҙға ҡуйған пландарҙы үтәйәсәкбеҙ. Кешеләрҙең тормошо лайыҡлы булырға тейеш!

Рөстәм Хәмитов мәҙәниәт, мәғариф һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Улар араһында – Башҡортостан гимнының авторы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Фәрит Иҙрисов, шулай уҡ республика гербының авторы, хеҙмәт ветераны Фазлетдин Ислахов.