4 декабрь, Йәкшәмбе

04 июль 2014 йыл, 17:59

«Урал аръяғы-2014» инвестиция форумында Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

автор: "Башинформ" | фото: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Сибайҙа барған, «Урал аръяғы-2014» төбәк-ара инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Ырымбур, Ҡурған өлкәләре Хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, ғилми-техник, социаль, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Документты Рөстәм Хәмитов, Юрий Берг һәм Алексей Кокориндың ҡултамғалары менән нығыттылар.

Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Рөстәм Хәмитов, ниндәй ҙә булһа өлкә йәки республика хөкүмәтенең бурысы – кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыу, тип билдәләне. Уға тик иҡтисади үҫеш булғанда ғына ирешеп була. Уның фекере буйынса, бындай килешеүҙәр төҙөү, яңы бәйләнештәр ҡороуға йоғонто яһаусы, бизнесҡа яҡшы сигнал бирә.  

— Сөнки йыш ҡына директорҙар корпусы, предприятиелар етәкселәре төбәк етәкселегенән өлгө ала: беҙҙең етәкселәр килешеүгә ҡул ҡуйҙы, өҫтәүенә беҙгә бергәләп эшләргә кәрәк. Бер-беребеҙҙең иҡтисадын өйрәнеү, иҡтисади потенциалды нығытыу башлана. Сик буйындағы территорияларҙы ғына түгел, был процесс территорияларҙың эскә табан инеүе менән оҙатыла. Был бик мөһим. Муниципаль властар, төбәк етәкселәре, предприятиелар директорҙары миҫалы яңы иҡтисади мөнәсәббәттәр булдырыу өсөн позитив булып тора. Беҙ берҙәм иҡтисади территориялар булараҡ эшләй башлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең субъекттар араһында сиктәр шартлы ғына булып ҡала.

Журналистар менән әңгәмәләшеп, Ырымбур өлкәһе башлығы Юрий Берг төбәктәребеҙҙең бер-береһе менән күп йылдар хеҙмәттәшлек итеүен билдәләне.

— Мәҫәлән, Гай районы һәм Орск ҡалаһы Хәйбулла районы, Сибай һәм Баймаҡ менән бер туғандар кеүек, — тине ул.

Алексей Кокорин төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлектең предприятиелар араһында эшмәкәрлек мәсьәләләрен тәрәнерәк өйрәнергә мөмкинлек биреүен айырып әйтте.

— Былтыр Шадрин ҡалаһы менән бер нисә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк. Ҙур ихтыяж менән файҙаланған, Башҡортостан продукцияһын һатыу өсөн бер нисә сауҙа нөктәһен астыҡ. Беҙ, үҙ яғыбыҙҙан, юл техникаһы, автобустар менән тәьмин итәбеҙ, — тип һөйләне Ҡурған өлкәһе башлығы.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара сиктәрендә бөтәһе өс төбәк-ара һәм һигеҙ муниципаль-ара килешеү, шулай уҡ шәхси компаниялар менән ниәттәр тураһында дүрт протокол төҙөлгән.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеү сиктәрендә ағасты тәрән эшкәртеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһында «Синьдунмин» һәм ҡортсолоҡто үҫтереү тураһында Elephant Alliance International Economy and Trade Center Ҡытай компаниялары менән ниәттәр тураһында протоколдар төҙөлдө.

Агросәнәғәт өлкәһендә инвестиция проекттарын «Prokator» Венгрия компанияһы тормошҡа ашырырға планлаштыра, ә «Пенетрон-Рәсәй» компанияһы һыуҙан һаҡлағыс изоляция материалдар заводын төҙөү мөмкинлеген өйрәнә.