11 декабрь, Йәкшәмбе

04 июль 2014 йыл, 10:56

Һигеҙ кандидат Башҡортостан Президенты һайлауҙарына күрһәтелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Президент вазифаһына кандидат Ришат Мәғәсүмовтан документтар ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһында «Рәсәй пенсионерҙар партияһы – ғәҙеллек өсөн» сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе БР «Закон һәм тәртип» Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау йәмғиәте Төбәк ижтимағи ойошма рәйесе Ришат Мәғәсүмовты тәҡдим итте.

Башҡортостан Президенты һайлауҙарыны һигеҙ кандидат булды. Күрһәтеү буйынса документтарҙы «Берҙәм Рәсәй» тарафынан күрһәтелгән Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов; «Рәсәй патриоттары»нан Илдар Бикбаев; «Граждандар көсө»нән Рәил Сарбаев; «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Константин Шаһиморатов; ЛДПР-ҙан Иван Сухарев; «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһе секретары Юнир Ҡотлоғужин; «Рәсәй коммунистары» сәйәси партияһының Башҡортостан Республикаһы бүлексәһенән Рәсих Хәмитов тапшырған.

Кандидаттарҙы күрһәтеү 9 июлгә тиклем дауам итәсәк.