6 декабрь, Шишәмбе

03 июль 2014 йыл, 17:22

Өфөлә ремонт эштәренә күрә Пушкин һәм Яңы күпер урамдарын ябасаҡтар

автор: Екатерина Соколова

Өфөлә инженер селтәрҙәрен реконструкциялауға күрә Пушкин һәм Яңы күпер урамдары буйынса хәрәкәт туҡтатыласаҡ. Был хаҡта баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. 4-нән алып 30 июлгә тиклем автотранспорт хәрәкәте өсөн Зәки Вәлиди урамынан алып Пушкин урамына тиклемге участкала Яңы күпер урамы ябыласаҡ. 24 июлдән 11 августҡа тиклем Яңы күпер урамынан Цюрупаға тиклемге киҫелештә Пушкин урамын ябасаҡтар. Һуңынан, 12 августан алып 3 сентябргә тиклем Пушкин урамынан Октябрь революцияһы яғына 150 метр арауыҡта Яңы күпер урамы буйынса йөрөү сикләнәсәк.

темалар: юл хужалығы