Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Мишкә районында етем балалар өй туйланы

Йәмғиәт

Мишкә районынан алты етем балаға тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстарын тапшырҙылар. Яңы йорт хужалары өс бер ҡатлы йортҡа күсте, уларҙың һәр ҡайһыһында икешәр фатир. Яңы йорттар экологик, ныҡлы, йылыны яҡшы тота. Фатирҙар тулыһынса эшләнгән, һәр ҡайһыһында пластик тәҙрәләр ҡуйылған.

Мөһим ваҡиға менән яңы йорт хужаларын район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Александров ҡотланы. Ғаилә бәхетенә эйә булыуҙарын, район мәнфәғәтенә йәшәүҙәрен һәм эшләүҙәрен теләне.

Йорттарҙы Мишкә ауылының Урау урамында «ТермоХольц» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һалған. Фатир асҡыстарын һәм бүләктәрҙе өй туйлаусыларға предприятиеның генераль директоры Эдуард Гизитдинов тапшырҙы.

Мишкә районында бөтәһе 44 ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала фатир алыуға сиратта тора. Быйыл етем балалар өсөн тағы ла биш йорт төҙөргә планлаштыралар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть