Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә 16 йәш аграрий дәүләт ярҙамын аласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостандың агросәнәғәт комплекстарында эшләүсе 16 йәш белгес дәүләт ярҙамын алыуға конкурс буйынса һайлап алыуҙы үтте, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уларҙың 11-е юғары һөнәри белемгә, тағы ла бишәүһе – урта белемгә эйә. Конкурста Башҡортостандың 14 районынан бөтәһе 20 кеше ҡатнашҡан.

Дәүләт ярҙамы саралары БР Президенты тарафынан 2009 йылда республиканың агросәнәғәт комплексында кадрҙар потенциалын нығытыу маҡсаты менән ойошторолған. Ауыл хужалығы предприятиеларында эшләүсе йәш белгестәр бер тапҡыр бирелә торған пособиеға һәм эш хаҡына ай һайын өҫтәмә түләүгә иҫәп тота ала. Юғары уҡыу йортон тамамлаусылар өсөн бер тапҡыр бирелә торған пособиеның күләме 100 мең һум, мәктәп һәм колледждар өсөн – 60 мең. Шулай уҡ эш хаҡына тейешенсә ете мең һәм дүрт мең һум күләмендә ай һайын өҫтәмә аҡса ҡаралған.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, 2009 йылдан алып дәүләт ярҙамын 773 йәш белгес алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть