7 декабрь, Шаршамбы

03 июль 2014 йыл, 12:47

Республикала иң уңышлы башҡорт ҡатын-ҡыҙын билдәләйәсәктәр

автор: Ләйлә Аралбаева

Башҡортостанда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының «Башҡот ҡатын-ҡыҙы— милләт әсәһе» I Республика конкурсы бара.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сара иң уңышлы, әүҙем һәм төрлө тармаҡтарҙа танылыуға лайыҡлы башҡорт ҡатын-ҡыҙын асыҡлау һәм ярҙам итеү маҡсаты менән уҙғарыла.

Ҡатнашыусылар өсөн төрлө номинациялар ҡаралған: «Ҡатын-ҡыҙ мәҙәниәттә», «Ҡатын-ҡыҙ-әсә», «Ҡатын-ҡыҙ-лидер», «Ҡатын-ҡыҙ-ғалим», «Ҡатын-ҡыҙ-уҡытыусы», «Бизнес-ледиһы», «Ҡатын-ҡыҙ-мастер», «Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө», «Оло йәштәге ҡатын», «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре».

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары активистары ҡатнашлығында конкурстың тәүге туры республика ҡалалары һәм райондары кимәлендә уҙа. Муниципаль этап еңеүселәре тураһында мәғлүмәт конкурстың ойоштороу комитетына 5 сентябргә тиклем тапшырылырға тейеш. Конкурста ҡатнашыу тураһында заявка менән бергә портфолиоға фотолар, дипломдар, патенттар, рекомендациялар, рәхмәт хаттары, характеристика һалына.

Һуңғы этапты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһын 2014 йылдың сентябрендә Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең 25 йыллыҡ юбилейына арналған съезд сиктәрендә үткәреү планлаштырыла.

Конкурстың ойоштороусылары – Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы.

Заявкаларҙы түбәндәге адрес буйынса ебәрергә мөмкин: 450077, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, 407-се бүлмә. Конкурстың координаторы – Гөлнур Ҡолһарина, телефон/факс: (347) 276-20-41. Электрон почта: 2762041@mail.ru.