Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Июлдә республика урмандарында юғары янғын ҡурҡынысы фараз ителә

Йәмғиәт

Ҡатмарлы янғын хәле июлдә Башҡортостандың көньяҡ урмандарында фараз ителә, тип хәбәр итә республика Урман хужалығы министрлығының матбут хеҙмәте. Уның параметрҙары уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булыуы ихтимал.

Тәбиғи янғындар менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдең хәүеф прогноздарын июнгә гидрометеорологик мәғлүмәттәр һөҙөмтәләре, Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең июлгә оҙаҡ сроклы һауа температураһы һәм яуым-төшөм прогноздары һәм «Авиа урман һағы» федераль бюджет учреждение анализдары нигеҙендә Рәсәй урман хужалығы әҙерләгән.

Волга буйы федераль округында юғары янғын хәүефе шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең үҙәк өлөшөндә күҙаллана.

Әлеге ваҡытта республикала урман янғындары юҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть