Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан рәссамдары Урал заманса һынлы сәнғәттең төбәк-ара биенналендә ике Гран-приға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

Магнитогорскиҙа «Лабиринт» Урал заманса һынлы сәнғәттең беренсе төбәк-ара биенналенә йомғаҡ яһалды. Жюри составына ингән Мәскәү һәм Урал төбәктәренең билдәле рәссамдары һәм сәнғәтте өйрәнеүселәре лауреаттарҙы һәм дипломаттарҙы билдәләне.

Республиканың Рәссамдар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, «Рәсем сәнғәте» номинацияһында Гран-прины Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Сергей Игнатенко яуланы. «Графика» номинацияһында Гран-при – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Тәлғәт Мәсәлимовта.

«Биҙәү-ҡулланма сәнғәт» номинацияһында икенсе премияға Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Михаил Таран лайыҡ. Борис Самосюк «Рухилыҡ, йолалар, оҫталыҡ» Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы Секретариатының Алтын миҙалы менән бүләкләнгән, Юрий Григорьев биенналены ойоштороу комитетының маҡтаулы дипломына лайыҡ булды.

Күргәҙмә август аҙағына тиклем дауам итәсәк, уның йомғаҡтары буйынса каталог нәшер ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть