9 декабрь, Йома

03 июль 2014 йыл, 11:55

Көньяҡ Кореяла башҡорт драматургының пьесаһы буйынса спектакль ҡуйҙылар

автор: Ләйлә Аралбаева

Көньяҡ Кореяның Кунсан ҡалаһында халыҡ-ара Милли театр сәнғәте фестивале уҙа. Фестиваль программаһын Рәсәйҙең Находка ҡалаһынан «Рампа» халыҡ театры актерҙары хәҙерге заман башҡорт драматургы Флорит Бүләковтың пьесаһы буйынса «Яратаһыңма — яратмайһыңма?» постановкаһы менән асты.

— Минең пьесаның ҡуйылышы тураһында интернетта белдем. «Рампа» театрында ул ағымдағы миҙгелдең премьераһы. 4 июлдә театр үҙенең миҙгелен ошо спектакль менән яба. «Яратаһыңма — яратмайһыңма?» пьесаһы ҡуйылыштарының иҫәбен юғалттым, улар 150-нән күберәк, — тине Флорит Бүләков.

Күренекле башҡорт драматургының 1991 йылда яҙылған трагикомедияһы әхлаҡи мәсьәләләргә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәргә арналған. Спектаклде РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Тренькина ҡуйған.

Находка ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Корея Республикаһының Милли театр сәнғәте фестивале 32-се тапҡыр уҙа. «Рампа» театрының спектакленә тулы зал алҡышланы, ә рус театры теле тамашасыға таныш булып сыҡты. Быны спектакль афишаһына тамашасылар йәбештергән баһаламалар менән стикерҙар дәлилләне.

Театр ике ил араһында мәҙәни һәм театр алмашыуы үҫешенә өлөш индергән өсөн рәхмәт хатына лайыҡ булды. Корея Республикаһының театр ассоциацияһы рәйесе Юн Бонг Гу Рәсәй театры коллективына, фестивалде лайыҡлы ғына асып ҡалмай, ә уға кәрәкле тоналлек биргән, тәрән мәғәнәле фәлсәфәүи пьесаһы өсөн рәхмәт әйтте.

— Бындай тәжрибә уртаҡлашыу ижади үҫеш өсөн һәр саҡ файҙалы. Мәҙәни айырмалыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, тамашасыларҙың беҙҙе аңлағанына һәм пьесабыҙҙың философияһына төшөнгәненә шатбыҙ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты режиссер Татьяна Тренькина.