Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң Октябрь проспектында ултыртылған ағастарҙың өстән ике өлөшө – йүкәләр

Йәмғиәт

Октябрь проспектында төрлө ваҡытта ултыртылған ағастарҙың өстән ике өлөшө (70 проценттан ашыуы) – йүкәләр. Был хаҡта Башҡорт дәүләт аграр университеты аспиранттарының 2014 йылдың яҙы һәм йәйе үткәргән тикшеренеү мәғлүмәттәре дәлилләй. Тимәк, композитор Рим Хәсәновтың билдәле «Өфө йүкәләре» йыры тиккә генә Өфөнөң рәсми булмаған символы түгелдер.

Октябрь проспектында 265 ағас ултыртылған, уларҙың берәүһе миләш ағасы, бишәүһе алма ағасы, берәүһе дардар япраҡлы саған, ун ҡайын, 11 дардар, 19 тирәк, 12 шыршы һәм 206 йүкә.

— Ҡала юлдары буйына ултыртылған ағастар тәү сиратта газға сыҙамлы булырға тейеш, — тип аңлатты Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультеты аспиранты Гөлназ Шәйбәкова. — Бынан тыш, ағастар эҙемтәһеҙ һыуыҡты үткәрергә тейеш — Башҡортостанда ҡыштар йыш ҡына ныҡ һыуыҡ була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 июлдә «Рәсәй аллеяһы» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың үҫемлек-символы өсөн тауыш биреү башланды. Республиканың мөмкин булған символдары исемлегенә йөрәк рәүешендәге йүкә, пирамида кеүек тирәк, «Салауат Юлаев» сирене, ябай мәтрүшкә һәм Урал ҡурайы инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть