7 декабрь, Шаршамбы

03 июль 2014 йыл, 10:30

Йыл башынан алып Башҡортостан хужалыҡтарында 339 мең тонна һөт һауып алынған

автор: Илья Спиридонов

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиеларында тулайым һауым йыл башынан алып 339 мең тонна тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Фермер хужалыҡтары 55 мең тоннанан ашыу алған.

Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында йыл башынан алып һәр һыйырҙан өс мең килограмдан ашыу һөт һауып алынған. Көнөнә һәр һыйырҙан һауым 18 килограммм тәшкил итә. Шундай туҡ тәүлек күрһәткестәрен Мәләүез һәм Тәтешле райондары бирә.

2014 йылда халыҡтан 41 мең тоннанан ашыу һөт һатып алынған. Шәхси сектор менән эш Илеш (2,6 мең тонна) һәм Баймаҡ (2,1 мең) райондарында һөҙөмтәлерәк ойошторолған.