8 декабрь, Кесе йома

03 июль 2014 йыл, 9:59

Республикала йәш эколог һәм урмансыларҙың республика слет-конкурсы асылды

автор: Илья Спиридонов | фото: Лариса Ветлугина коллажы

2 июлдә Йәрмәкәй районында йәш эколог һәм урмансыларҙың XXII республика слет-конкурсының йомғаҡлау этабын асыу тантанаһы үтте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Слетта республиканың 20-нән ашыу ҡалаһынан һәм районынан мәктәп урмансылыҡтарында һәм экология-биология үҙәктәрендә уҡыған 100-ләгән уҡыусы ҡатнаша.

— Һеҙҙең әүҙем йәшәү рәүешегеҙ, Башҡортостан урмандарының экологик торошона ҡыҙыҡһыныуығыҙ үҫеп килгән быуындың урман хужалығы тураһында хәстәрлек эстафетаһын ҡабул итеүҙәренә ышаныс тыуҙыра, — тип билдәләне асыу тантанаһында БР Урман хужалығы башлығы Динир Әхмәтйәнов.

Эксперт жюри составына Республика балалар экология-биология үҙәге, Башҡорт дәүләт университеты, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Өфө урман хужалығы техникумы, БР Урмандарҙы һаҡлау үҙәге, Йәрмәкәй участка һәм Бәләбәй урмансылығы вәкилдәре инде.

Ошо көндәрҙә ҡатнашыусылар командаларының «визит карточкаларын» күрһәтте. Яҡын көндәр дауамында уларға яҙма эш эшләргә, әңгәмә үтергә, гидробиология, ботаника, зоология, тупраҡ тураһындағы ғилем, урман таксалау һәм урман патологияһы өлкәһендә ҡушылған тәбиғи объекттарҙа үҙ аллы ялан экологик тикшеренеүҙәр үткәрергә кәрәк. Бынан тыш, йәш урмансыларға «Бел һәм эшлә» конкурс этаптарын команда менән үтергә, шулай уҡ ғилми-ғәмәли конференцияла үҙ эштәрен яҡларға тура киләсәк.

Бүләкләү тантанаһы һәм слетты ябыу 5 июлдә үтәсәк.