3 декабрь, Шәмбе

02 июль 2014 йыл, 17:14

Өфөлә Качалов исемендәге Ҡазан рус театрының гастролдәре тамамланды

автор: Ләйлә Аралбаева | фото: Олег Яровиков

Өфөлә В.Качалов исемендәге Ҡазан академия рус Ҙур драма театрының 12 көнлөк гастролдәре тамамланды. Өфөләге гастролдәр боронғо Рәсәй театрҙарының береһе өсөн 223-сө миҙгеленең финалы булды.

Башҡортостан Республикаһының Рус дәүләт академия театры сәхнәһендә төрлө жанрҙарҙа алты спектакль сәхнәгә ҡуйылды. Улар араһында – Михаил Булгаковтың романы буйынса Владимир Дашкевич һәм Александр Славутскийҙың «Роковые яйца» һәм Шолом-Алейхемдың «Тевье-молочник» повесы буйынса Джери Бок һәм Джозеф Стайнпоның «Скрипач на крыше» мюзиклдары, Пушкиндың повесы буйынса театрҙың художество етәксеһе сәхнәләштерелгән әҫәрендә «Пиковая дама» театр фантазияһы, Бертольт Брехт һәм Курта Вайляның «Трехгрошовая опера» музыка менән пьеса, Николай Островскийҙың «На всякого мудреца довольно простоты» пьесаһы буйынса «Глумов» заманса тарих һәм Валентин Катаев буйынса «Квадратура круга» көлкөлө пьеса.

Алып килгән бөтә спектаклдәр ҙә уңышлы ижади команда менән ҡуйылған: режиссеры — Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге Татарстан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты, Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте Премияһы лауреаты Александр Славутский, рәссамы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың халыҡ рәссамы, Татарстан Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты Александр Патраков һәм хореографы – Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сергей Сентябов.

Качалов театры гастролдәре Өфө тамашасыһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, бөтә спектаклдәрҙә лә аншлаг булды.

— Беҙҙең театрҙар араһында бынан алып ижади бәйләнештәр нығыныр һәм беҙ тағы ла юғары профессиональ, ҡыҙыҡлы качаловсылар коллективы менән осрашырбыҙ тигән ышаныста ҡалабыҙ, — тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Елена Попова.