4 декабрь, Йәкшәмбе

02 июль 2014 йыл, 16:19

Күк йөҙөн республика инвалидтары байҡай башланы

автор: Гөлфиә Акулова

Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушино» аэродромында Рәсәй инвалидтарының спорт союзының «Бөтәһе өсөн дә асыҡ күк йөҙө» программаһының сираттағы республика этабы бара. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы хәбәр итеүенсә, быйыл июль дауамында Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының 30 инвалиды аэродромда тәүге тапҡыр парашют менән һикерәсәк һәм үтә еңел осоу аппараттарында осасаҡ.

Башҡортостан инвалидтар ойошмаһы вәкиле Рәвил Нафиҡов беренселәрҙән булып осоу тойғоһон кисерҙе. Үрнәк сығыш яһау сиктәрендә «Күк йөҙө виртуоздары» авиашоуында беренсе төркөм инвалиды Ан-2 самолетынан «Тандем» ике урынлыҡ системаһында ғүмерендә тәүге тапҡыр парашют менән һикерҙе.

Инвалидтар араһында ғүмерендә бер тапҡыр ғына булһа ла парашют менән һикереү бәхетен татырға, спорт самолеты йәки вертолет кабинаһында һауаға күтәрелергә теләгәндәр байтаҡ. Осоу ваҡытында үтә ыңғай тәьҫораттар алған кешеләр, яңы көс менән тормошта лайыҡлы урын өсөн көрөшеүен һәм йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуын дауам итә.

«Бөтәһе өсөн дә асыҡ күк йөҙө» программаһы Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең бер төркөм төбәктәрендә 2013 йылдан алып сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе социаль-психологик реабилитациялау, ҡаршылыҡтарһыҙ мөхит ойоштороу маҡсатында уҙғарыла.