6 декабрь, Шишәмбе

02 июль 2014 йыл, 15:21

Мал аҙығы үләндәре Башҡортостанда 40 процент майҙанда сабылған

автор: Илья Спиридонов

Башҡортостанда мал аҙығы үләндәре 40 процент майҙанда сабылған, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Республика буйынса 130 мең тонна бесән (пландан 18 процент) һәм 409 мең тонна сенаж (19 процент) әҙерләнгән, ул бер шартлы мал башына уртаса 3,5 центнер мал аҙығы берәмеге тәшкил итә.

Мәләүез районында бесән сабыу юғары темптар менән бара, бында эштәр майҙандың 84 процентында үтәлгән. Алдынғыларҙа шулай уҡ Дәүләкән, Күгәрсен, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла һәм Саҡмағош райондары, унда майҙандың 60-70 проценты сабылған.