4 декабрь, Йәкшәмбе

02 июль 2014 йыл, 14:42

1 июлдән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар артты

автор: "Башинформ"

1 июлдән алып Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар артты. Тарифтарҙы арттырмай, хеҙмәттәрҙең сифатын арттырып булмай, тип иҫәпләй Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Йылылыҡ трассаларын ремонтлау менән һуңға ҡалыу, коммуналь объекттарҙы яңыртыуға аҡса юҡлығы, коммуналь комплекстың энергия һөҙөмтәлелегенең кәмеүе – был бөтә мәсьәләләр ресурстар менән тәьмин итеүсе компанияларҙың үҙ ваҡытындағы ремонтҡа кәрәкле күләмдә аҡса булмауы менән бәйле. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар артыуы тәү сиратта Ағиҙел, Благовещен, Ишембай, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары халҡына ҡағыласаҡ. Мәҫәлән, һыу менән тәьмин итеүгә үҫеш 40 процентҡа, ә коммуналь хеҙмәттәр өсөн дөйөм иҫәпләнгән түләү уртаса 18 процентҡа етеүе мөмкин.

Икенсе ярты йыллыҡта тарифтарҙың артыуын иҫәпкә алып республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов халыҡҡа социаль ярҙамды адреслы социаль түләү рәүешендә биреүҙе дауам итергә ҡарар итте.

Бынан тыш аҙ тәьмин ителгән граждандар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә субсидия юллай ала. Был субсидияға коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәре ғаилә ағзалары килеменең 20 процентынан юғарыраҡ булғандар иҫәп тота ала. Был түләүҙәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн артҡан сығымдарҙың бер өлөшөн булһа ла ҡапларға мөмкинлек бирә. Суммаһы торлаҡтың майҙанынан һәм ҡулланылған ресурстар күләменән тора. Субсидия һәм адреслы социаль түләү алыу өсөн Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәгенә йәки был учреждениеның филиалдарының береһенә, йәки йортоғоҙ беркетелгән торлаҡ менән файҙаланыу идаралығына, шулай уҡ күп функциялы үҙәк бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә мөмкин.