Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Интернетта башҡорт телендә эҙләү системаһы эшләй башланы

Йәмғиәт

Интернетта башҡорт текстары өсөн башҡорт телендә Bashkort.org системаһы тест режимында эшләй башланы.

Сайтты эшләүселәр башҡорт телен белгән ҡулланыусыларҙы тест үткәреүҙә ҡушылыуҙарын һәм табылған хаталар тураһында хәбәр итеүҙәрен һорай. Шулай уҡ эҙләүҙә сыҡмаған сайттарҙы өҫтәргә мөмкин.

Сайтта шулай уҡ Мәскәү дизайнеры Илдар Кинйәбулатов әҙерләгән башҡорт шрифтын күсереп алыу мөмкинлеге бар.

Шулай уҡ ошо көндәрҙә Селтәрҙә «Башҡорт теленең терминологик базаһы» барлыҡҡа килде. Уның ойоштороусылары – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Лингвистика һәм мәғлүмәти технологиялар лабораторияһы. Сайттың базаһында астрономиянан алып телде өйрәнеүгә тиклем төрлө белем өлкәләре терминдары тупланған. Базаны русса-башҡортса һүҙлек итеп ҡулланырға була. Унда тик рус телендә генә эҙләү мөмкин.

Теги: интернет
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть