Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү Рәсәй дипломатияһының Көнсығыш векторын көсәйтеүгә тәьҫир итәсәк – Владимир Путин

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының илселәре һәм даими вәкилдәре кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Ултырыш Рәсәйҙең милли ихтыяждарын яҡлау, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең нигеҙҙәрен нығытыу мәсьәләләренә арналған. Әңгәмә барышында ағымдағы һәм киләсәкке тышҡы сәйәси бурыстар билдәләнде.

— Беҙгә дипломатиябыҙҙың көнсығыш векторын көсәйтеүҙе дауам итергә, илебеҙҙең артабанғы үҫеше мәнфәтендә Азия-Тымыҡ океан төбәктәренең тәьҫирле потенциалын көсөргәнешле ҡулланырға кәрәк. Тәү сиратта, әлбиттә, Себер һәм Алыҫ Көнсығыш, — тип билдәләне Владимир Путин. — Азия-Тымыҡ океан төбәктәрендә Рәсәй сәйәсәте беҙҙең көнсығыш сиктәрҙең именлеген артабан да тәьмин итеүгә, төбәктә тыныслыҡ һәм тотороҡлоҡҡа йоғонто яһауға йүнәлтелергә тейеш. Һәм быға, һис шикһеҙ, алдағы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәйҙең рәйеселеге һәм Өфөлә 2015 йылдың йәйендә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү тәьҫир итәсәк.

Тығыҙ дуҫлыҡ бәйләнештәрен нығытыу, күршеләр менән үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлекте үҫтереү – оҙаҡ ваҡыттағы перспективаға иҫәпләнгән Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтенең төп стратегик йүнәлеше, тип билдәләнде осрашыуҙа. Евразия интеграция процесының хәрәкәт итеүсе көсө булып Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть