8 декабрь, Кесе йома

02 июль 2014 йыл, 11:57

Республиканың авиамоделселәре 90-сы йылдарҙа төҙөлгән күнекмә майҙансыҡтарынан һәм мауығыуҙың ҡиммәт булыуынан яфалана

автор: Шамил Вәлиев | фото: Лариса Ветлугина коллажы

Авиамодель спортын тергеҙеү өсөн асфальт түшәлгән майҙансыҡтар, кадрҙар һәм дәүләт ярҙамы кәрәк, тип иҫәпләйҙәр был өлкәлә эшләүсе педагогтар. Техник спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән үҫмерҙәр артабан яҡшы инженерҙар булып китә, әммә уларҙың юғары уҡыу йортона һәм конструкторҙар бюроһына барыуына тиклем бер ҡыҙыҡһыныу менән энтузиазм ғына аҙ. 90-сы йылдарҙа корд моделдәре өсөн асфальттан осоу майҙансыҡтары һалынды, тоташ бер быуын түңәрәккә йөрөүселәр юҡ булды һәм техник ижадтың сығымлы төрҙәрен финанслау сығанаҡтары юғалды.

«Айырылыу нөктәһе» республика фестивале ойоштороусыһы, Өфө дәүләт авиация техник университетының авиация двигателдәре факультеты деканы урынбаҫары һәм Николай Сенюшкиндың әйтеүе буйынса, «авиамоделизм менән шөғөлләнеү ҡиммәткә төшә һәм һәр теләүсе лә йәки ойошма ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн аҡса һалырға әҙер түгел».

— Авиамодель спорты менән күңел биреп шөғөлләнеүсе үҫмерҙәр артабан мауығыуҙарын ташлай, сөнки бының өсөн уларҙың финанс мөмкинлектәре юҡ. Мәскәүҙә үҙ аҡсаларын авиамодель үҫешенә һалған эшҡыуарҙар бар, улар өсөн был хобби. Ярыштарға әҙерләнеү һәм уларҙа ҡатнашыу 300 мең һумға барып баҫасаҡ, — тине Николай Сенюшкин. – Шул арала, тап авиамоделизм менән шөғөлләнеү артабан үҫмерҙәрҙе техник вуздарға заманса иҡтисад талап иткән инженер һөнәрҙәренә алып килә. Өфө дәүләт авиация техник университеты деканы урынбаҫары билдәләген икенсе мәсьәлә – ул Өфөлә күнекмә базаларының булмауы.

— Беҙ алдан шөғөлләнгән бөтә майҙансыҡтарҙа хәҙер төҙөлөш бара, — тине ул. — Төбәктә авиамодель спортын уңышлы үҫтереү өсөн быуындар араһында өҙөклөк мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, — тип иҫәпләй агентлыҡ әңгәмәсеһе. — Йәш техниктар мәктәптәрендә үҫкән өлкән быуын кешеләре бар, авиамодель төҙөү менән мауыҡҡан заманса уҡыусылар бар, әммә 90-сы йылдарҙа улар менән бер кем дә шөғөлләнмәгән урта звено юҡ, улар модель эшләү һәм уны спорт төрө булараҡ үҫтереү менән ҡыҙыҡһынмайҙар, — тип билдәләне Николай Сенюшкин.

Республика балалар-үҫмерҙәр техник ижады үҙәге директоры урынбаҫары Оксана Семенованың әйтеүе буйынса, балалар, ҡағиҙә булараҡ, осһоҙ авиамодель төрҙәрен эшләү менән шөғөлләнә, әммә бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа танылыу таба».

— Пенопласт пластинаһынан улар өлгө буйынса планерҙар киҫеп ала, модель оса алырлыҡ итеп яраштыралар, аэродинамиканы, һауа ағымдарын өйрәнәләр. Быйыл федераль кимәлдә Өфөнөң «Оҫта ҡул» йәш техниктар клубы, Стәрлетамаҡтың техник ижад үҙәге һәм «Орион» Дим районының балалар ижады үҙәге уңышлы сығыш яһаны, — тине Оксана Семенова.

Бынан тыш, яңы ғына Ҡазанда үткән Бөтә донъя роботтар олимпиадаһының Рәсәй этабында Башҡортостандың авиамодель спорты йыйылмаһы федерацияһы икенсе урын яуланы.