9 декабрь, Йома

02 июль 2014 йыл, 10:48

Өфөлә «Бәхетле билет» социаль фотопроект эштәренең тәүге асыҡ күргәҙмәһе үтте

автор: Гөлфиә Акулова

Өфөнөң «Болоттар» Заманса сәнғәт үҙәгендә «Бәхетле билет» ҡала социаль проектының фотокүргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Ҡаланың Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы һәм БР Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил тарафынан ойошторолған акция баш ҡаланың интернет учреждениеларында булған балаларға ғаилә табыу маҡсаты менән ойошторолған.

Проекттың әҙерлек этабы сиктәрендә ҡала махсус Балалар йорто һәм 2-се балалар йорто балалары менән фотоға төшөргә республиканың билдәле кешеләре килә. Улар араһында – Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, БР Дәүләт Йыйылышы рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР буйынса ЮХХДИ башлығы Динар Гильмутдинов, артистар Нәзифә Ҡадырова, Сәғиҙулла Байегет, Фәдис Ғәниев, Руслан Хайсаров, Эльмар Әлмөхәмәтов, Алмас Әмиров, спортсылар Максим Чудов, Николай Красников.

«Болоттар» Заманса сәнғәт үҙәгендә асылған күргәҙмә фотосессияның һөҙөмтәһе булды, ул унда аҙна буйына дауам итәсәк, унан һуң экспозиция ҡаланың эре сауҙа комплекстарында ойоштороласаҡ.

Ведомствоның мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә йыл башынан алып иҫәптә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 3592 бала теркәлгән. Баш ҡаланың интернат учреждениеларында 401 бала тәрбиәләнә, ҡалғандары алмаштырыусы һәм ҡарауға алыусы ғаиләләргә урынлаштырылған. Ҡайһы берәүҙәре уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алынған.

Был социаль проектта ғаиләләргә урынлаштырыу ауыр булған балалар ҡатнашҡан. Ул сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләләргә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеү буйынса Өфө РФ ҡалалары араһында алдынғылар иҫәбендә тора. Баш ҡаланың интернат учреждениеларынан балаларҙы уллыҡҡа алыу иҫәбе йыл һайын арта бара. Әгәр 2012 йылда 96 бала уллыҡҡа алынһа, 2013 йылда уларҙың һаны 137-гә етте. Йыл башынан алып 31 бала яңы ғаиләле булды.