9 декабрь, Йома

01 июль 2014 йыл, 17:10

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда төп капиталға инвестициялар үҫеше 12,5 процентҡа етте»

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

1 июлдә Өфөлә Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ҡарау һәм уларға ярҙам итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһының 15-се ултырышы үтте, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «был ваҡыт эсендә беҙ Башҡортостандың инвестиция рейтингтарын күтәрә, инвесторҙарға үҙебеҙҙең асыҡлыҡты, лайыҡлы проекттарҙы хупларға әҙер булыуыбыҙҙы күрһәтә алдыҡ. Комиссия булышлығында республикала йөҙләгән эре проект ғәмәлгә ашырыла».

Уның әйтеүе буйынса, «тик уҙған йылда ғына иҡтисадҡа капитал һалыуҙар һигеҙ процентҡа үҫте һәм 266 миллиард һумдан артты. Быйыл беренсе кварталда төп капиталға инвестициялар үҫеше тағы ла юғарыраҡ — 12,5 процент».

— Бындай динамика эшләп килгән предприятиеларҙың әүҙемлеге менән генә түгел, ә эре, республика өсөн мөһим проекттарҙы бойомға ашырыу иҫәбенә лә тәьмин ителә. Бындай проекттарҙың беҙгә ни тиклем күберәк кәрәк булыуы аңлашылып тора, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.