Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсында Гран-прины Салауат районынан унынсы синыф уҡыусыһы яуланы

Йәмғиәт

«Урал батыр» эпосын башҡарыусыларҙың республика конкурсында Гран-прины Салауат районының Әлкә ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенән унынсы синыф уҡыусыһы Илнар Зарипов яуланы.

Шулай уҡ уның кандидатураһы «Һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙам итеү» йүнәлеше буйынса «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә премия алыуға күрһәтеләсәк, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығында.

Быйыл конкурс Бөрйән районында уҙҙы. Ул бөтә Башҡортостандан 200-ҙән ашыу муниципаль этап еңеүселәрен йыйҙы.

Конкурс көндәре барышында уҡыусылар, төбәк белем биреү йорттарының фольклор коллективтары ике турҙа ярышты. Төп этапта йәш һәләттәр визит карточкаһын тәҡдим итте, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләп күрһәтте. Бынан тыш, улар «Урал батыр» эпосы йәки башҡа хикәйәт сюжеттарынан сәхнәләштерелгән әҫәр менән сығыш яһаны.

Жюри ағзалары әкиәтселәрҙең юғары оҫталығын баһаланы: эпостың бик күп юлдары уҡып ишеттерелде, халыҡ музыка ҡоралдары ҡулланылды. Башҡарыусылар жюри ағзаларына аудитория менән идара итеү һәләтен күрһәтте.

Конкурс сараларынан тыш, ҡатнашыусылар өсөн күсмә крайҙы өйрәнеү музейына, фольклорсы Мөхтәр Сәғитов исемендәге музейға һәм «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына экскурсия ойошторолдо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть