Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Мәғариф министрлығы Санкт-Петербург дәүләт университетында маҡсатлы уҡытыуға конкурс уҙғара

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы Санкт-Петербург дәүләт университетына маҡсатлы ҡабул итеү сиктәрендә дәғүә итеүселәрҙе һайлап алыуға конкурс иғлан итә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, Санкт-Петербург дәүләт университеты юриспруденция, Көнсығыш һәм Африка илдәрен өйрәнеү фәне, халыҡ-ара бәйләнештәр, лингвистика кеүек һөнәрҙәр буйынса белем алырға тәҡдим итә.

Маҡсатлы урындар исемлеге БР Мәғариф министрлығы сайтында («Профессиональ белем биреү— Юғары профессиональ белем алыу» бүлегендә) урынлаштырылған. Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 адресы буйынса 217-се бүлмәлә ҡабул ителә. Заявкаларҙы ҡабул итеү ваҡыты – дүшәмбенән кесе йомаға тиклем иртәнге сәғәт ундан алып киске бишкә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть