Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан механизаторҙары Ҡырымда биш мең тоннанан ашыу иген урған

Иҡтисад

Башҡортостан механизаторҙары Ҡырымда 2500 гектарҙан биш мең тоннанан ашыу иген урған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Иген урыу эштәре башланғандан алып бер комбайн уртаса 168 гектар эшкәрткән.

Иген культураларын урып-йыйыу буйынса алдынғылар иҫәбендә – «Үҙәк» машина-трактор станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Ергән машина-трактор станцияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Төньяҡ-көнсығыш» машина-трактор станцияһы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уңышты йыйып алырға ярҙамға Ҡырымдың Белогорск районына республиканан 15 «New Holland» комбайны, өс «КАМАЗ», шулай уҡ механизаторҙар һәм ауыл хужалығы машиналарын хеҙмәтләндереү буйынса белгестәр ебәрелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть