5 декабрь, Дүшәмбе

01 июль 2014 йыл, 15:36

Миҙгелле баҫыу эштәрен башҡарыу өсөн республикаға 11,8 миллиард һум талап ителә

автор: Илья Спиридонов

Башҡортостанға миҙгелле баҫыу эштәрен башҡарыуға 2014 йылда 11,8 миллиард һум финанс саралар талап ителә, шул иҫәптән 3,7 миллиард кредит ресурстары. Бының тураһында Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының видеоконференцияһы барышында республиканың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин хәбәр итте. Сығымдарҙың 60 процент самаһы шул уҡ ваҡытта яҙғы баҫыу эштәренә тура килә.

Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренә кредит биргән төп ойошмалар иҫәбендә Азат Йыһаншин «Россельхозбанк»ты һәм «Рәсәй Һаҡлыҡ банкын» атаны. Бөгөнгө көнгә улар 2,2 миллиард һум (хужалыҡтар алған кредиттарҙың 88,3 проценты) һәм 290 миллион һум (11,6 процент) күләмендә кредит биргән.

Шулай уҡ видеоконференция барышында агростраховкалау темаһы ҡуҙғатылды. Азат Йыһаншиндың әйтеүе буйынса, былтыр республикала дөйөм сәсеүлек структураларында майҙандарҙы страховкалау өлөшө 8 процент тәшкил итте. Быйыл 600 меңдән ашыу гектарҙы страховкалау планлаштырыла.