Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда беренсе Мостай уҡыуҙары һәм ХХ Нуриев балет фестивале үтәсәк

Мәҙәниәт

Башҡортостанда мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 2014 йылда уҙғарыласаҡ республика, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара саралар планы раҫланды.

Документҡа ярашлы, ағымдағы йыл аҙағына тиклем, республикала эре мәҙәни саралар үтәсәк, уларҙың күптәре инде бер нисә йыл рәттән уҙғарыла. Улар араһында «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы, Рудольф Нуриев исемендәге XX Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, Волга буйы һәм Урал композиторҙарының музыка байрамы, «Театр төнө-2014» мәҙәни акция, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, Бөтә Рәсәй хор дирижерҙары конкурсы, «Бөйөк дала» III Асыҡ республика рок фестивале. Беренсе тапҡыр Башҡортостандың халыҡ шағирының 95 йыллығына арналған Мостай уҡыуҙары, БР ҙур балалар хоры концерты, «Аҡбуҙат» халыҡ-ара милли һәм этник кино кинофестивале үтәсәк.

Мәҙәниәт йылына шулай уҡ төрлө конкурстар, күргәҙмәләр, семинарҙар, милли мәҙәниәт көндәре, оҫталыҡ кластары һәм квалификацияны күтәреү курстары планлаштырылған.

Документтың тулы тексы рәсми интернет-порталда урынлаштырыған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть