Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Киләсәк инженерҙары 2014» йәштәр форумын асыуҙа ҡатнашты

Йәмғиәт

30 июндә Рөстәм Хәмитов, Ҡариҙел районында барған, «Киләсәк инженерҙары 2014» IV халыҡ-ара йәштәр сәнәғәт форумын асыуҙа ҡатнашты. Форум йәш конструкторҙар һәм технологтар өсөн йәйге мәғариф лагеры формаһында эшләй. Уның программаһы йәш белгестәрҙе практик инженер-идара итеү мәсьәләләрен хәл итеүгә индереүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Форум эшендә Рәсәйҙең 50 төбәгенән 1,2 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов инженер ҡаҙаныштарының күргәҙмәһен ҡараны һәм дискуссия майҙансығы форматында йәш инженерҙар һәм конструкторҙар менән осрашты.

— Бөгөнгө беҙҙең маҡсат бөтөнләй ябай – һәр инженер тормошта үҙ урынын табырға тейеш. Һәр инженер файҙалы булырға һәм үҙе нимәне, нисек итергә белгән урында эшләргә тейеш. Ул конструкцияларҙы нисек иҫәпләргә, һыҙманы нисек төшөрөргә, теге йәки был ҡулайламаны нисек проектларға белә. Ул күп нәмәне белә. Һәм беҙҙең – власть структураларының бурысы – кешеләр үҙҙәренең һөнәре буйынса эшләй алһын өсөн шарттар булдырыу, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть