Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың конкурсы үтте

Йәмғиәт

Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың конкурсы үтте. БР Мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хәбәр итеүенсә, байрам «Ләлә-Тюльпан» комплекс-мәсетендә «Мин исламды өйрәнәм» бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр конкурсы сиктәрендә үтте. Мосолмандарҙың Изге китабы оҫталары исеменә бәйгегә илдең төрлө мөйөштәренән 120 ҡатнашыусы йыйылды, иң йәшенә ни бары биш йәш.

Конкурс өс номинацияла уҙҙы: Ҡөрьәнде тәүге, икенсе һәм өсөнсө йыл өйрәнеүсе балалар. Ҡатнашыусыларға алты һорауҙан торған ғәҙәттәге билеттар тәҡдим ителде. Иң тәүҙә Ҡөрьәндең ғәрәп тексынан бер нисә юлды уҡырға, һуңынан дини аспекттарға ҡағылған һорауҙарға яуап бирергә кәрәк ине.

Жюри составына мосолман руханиҙары вәкилдәре, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары инде. Юғары мөфтөй Тәлғәт Сафа Тажетдин төп судья булды. Ул конкурста ҡатнашыусыларҙың кимәлен тейешенсә баһаланы һәм уҡытыусыларға, ата-әсәләргә уларҙың хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте.

Конкурс еңеүселәре: Арсен Фәрүәзев (Өфө), Диана Хәмзина (Силәбе), Дахи Исмәғилев (Өфө). Иң яҡшы уҡыусыларға, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты һәм «Хаж фонды» әҙерләгән, иҫтәлекле бүләктәрҙе – планшет компьютерҙарын, смартфондар һәм фотоаппараттар тапшырҙылар. Һәр ҡатнашыусыға почет грамоталары һәм ғәрәп яҙмаларын өйрәнеү өсөн йыйылманы бүләк иттеләр.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть