5 декабрь, Дүшәмбе

30 июнь 2014 йыл, 17:51

Республикала тәүге тапҡыр бесән сабыу фольклор байрамы үтте

автор: Ләйлә Аралбаева

Тәүге тапҡыр республикала бесән сабыу фольклор байрамы үтте. Сара Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылы эргәһендәге аҡланда уҙҙы.

Байрамдың төп фекере – район биләмәһендә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың бесән сабыу йолаларын тергеҙеү. Һуңғы йылдарҙа бесәнде техника ярҙамында әҙерләйҙәр, әммә ойоштороусылар быуындан-быуынға күсеп килгән оҫталыҡты хәтергә төшөрөргә, тергеҙергә һәм балаларға күрһәтергә теләне.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, республиканың Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Исмәғилева байрам ҡунаҡтары булды.

Аҡланда веноктар үреү, ҡурсаҡтар эшләү, үләндәр менән дауалау буйынса оҫталыҡ кластары ойошторолдо.

Сара барышында иң яҡшы бесән сабыусы конкурсы уҙғарылды. 16 кеше, улар араһында өс ҡатын-ҡыҙ ярышты. Аҡһаҡалдар етәкселегендәге талапсан жюри ағзалары тиҙлекте генә түгел, ә сабыу сифатын да баһаланы. Иң оҙон сәс толомы конкурсында ҡыҙҙар сәскәләр һәм сағыу таҫмалар менән сәс үреп күрһәтте. Үләнсе-табиптар дауалау алымдары, үләндән дарыуҙар эшләү тураһында һөйләне. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа иҫтәлеккә бүләктәр һәм сувенирҙар – бәләкәй киндер тоғонда хуш еҫле үләндәр йыйымын, ҡайын миндектәрен алды. Иң ҙур бүләкте – «МТЗ-82 Беларусь» тракторын, сара ойошторолған аҡлан хужаһы – Һәүәләй ауыл советы алды. Сара Дуҫлыҡ кәбәнен йыйыу һәм ҙур әйлән-бәйлән уйнау менән тамамланды.

Райондың фольклор коллективтары – башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мордва вәкилдәре бесән сабыу миҙгеленең башланыуы менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтте, милли аш-һыу, үлән сәйе, айран менән һыйланы, йырҙар, таҡмаҡтар менән дәртләндерҙе.

— Ҡырмыҫҡалы районында фольклор байрамына яҡшы, позитив старт бирелде. Бесән сабыу байрамы ваҡиғалы туризм өлкәһендә Башҡортостандың бренд сараһына әйләнәсәк тигән ышаныстабыҙ, — тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығынан.

темалар: халыҡ байрамы