8 декабрь, Кесе йома

30 июнь 2014 йыл, 16:36

Башҡортостанда машина менән һауыуҙың иң яҡшы оҫталары асыҡланды

автор: Илья Спиридонов

Өфө районында машина менән һауыу оҫталарының ХХХIХ республика конкурсы тамамланды, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Быйыл унда республиканың 52 районынан 60 белгес ҡатнашты.

Конкурс программаһына һыйырҙарҙы машина менән һауыу, һауыу аппараттарын һүтеп-йыйыу буйынса ярыштар, шулай уҡ теоретик әҙерлек буйынса тест инде.

Йомғаҡ яһағандан һуң беренсе урынды Тәтешле районынан Ғәлиә Ғәрифуллина, икенсене – Ауырғазынан Елена Иванова, өсөнсөнө Иглин районынан Любовь Корунос яуланы.

Ишембайҙан 23 йәшлек Екатерина Кузнецова «Иң йәш ҡатнашыусы» номинацияһында дипломға лайыҡ булды, ә Әбйәлил районынан Минзәлә Дауытова, 34 йыл эшләп, «Һөнәре буйынса күп йыллыҡ эш стажы өсөн» номинацияһында билдәләнде. Конкурс тарихында беренсе тапҡыр ойошторолған махсус бүләкте ун йәшлек Кирилл Мусинға тапшырҙылар.

Еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата дәртләндереү саралары менән бүләкләнде.