3 декабрь, Шәмбе

30 июнь 2014 йыл, 15:49

Оҙон башҡорт йырҙарын яҡшы башҡарыусыларҙы Ейәнсура районында көтәләр

автор: Ләйлә Аралбаева

10-11 июлдә Ейәнсура районында ҡурайсыларҙың һәм йырсыларҙың – БР халыҡ артисы Мәғфирә Ғәлиеваның, БР халыҡ артисы Сөләймән Абдуллиндың, РФ һәм БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжметдин Хәсәновтың исеменә бүләктәргә башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың асыҡ конкурсы үтәсәк. Быйыл конкурс Мәҙәниәт йылына арналған.

Конкурстың төп маҡсаттары һәм бурыстары – Ейәнсура районынан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәрҙең ижадтарын пропагандалау, яңы һәүәҫкәр таланттарҙы асыҡлау һәм уларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү, Үҫәргән ырыуы вәкилдәре араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытыу һәм йәштәрҙе башҡорт халыҡ музыкаһына йәлеп итеү.

— Был конкурс районда инде 15 –се тапҡыр уҙғарыла һәм йыл һайын яңынан-яңы исемдәр аса. Бөтә теләүселәрҙе лә ҡатнашырға саҡырабыҙ, — тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Айҙар Мөхәмәтйәнов.

Конкурста 16 йәшкә тиклем һәм 17 йәштән өлкәнерәк төркөмдәрҙә ҡурайсылар һәм йырсылар ҡатнаша. Сығыш яһаусылар оҙон көйлө бер башҡорт йырын башҡарырға тейеш, икенсе йыр конкурста ҡатнашыусының һайлауы буйынса халыҡ йәки композитор йыры була ала. Ҡурайҙа яңғыҙ башҡарыусылар һәм ансамблдәр «ҡыҫҡа көй» һәм «оҙон көй» башҡарырға тейеш. Билдәле башҡорт йырсылары Мәғфирә Ғәлиева, Сөләймән Абдуллин һәм ҡурайсы Нәжметдин Хәсәновтың репертуарынан йырҙар айырыуса ҡабул ителә.

Конкурста ике йәш төркөмөндә Гран-приҙар, лауреат дипломдары, шулай уҡ «Һирәк йырҙар, көйҙәр башҡарған өсөн», «Иң йәш башҡарыусыға» һәм «Иң өлкән башҡарыусыға» тигән махсус бүләктәр тапшырыласаҡ.

Конкурс Ейәнсура районының Сөләймән ауылында «Алһыу елкән» балалар сәләмәтләндереү лагерында үтәсәк.

Ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһы филиалы, Ейәнсура районының Мәҙәниәт идаралығы.