Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Педагогтарҙың август кәңәшмәһе Салауатта үтәсәк

Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте 2014 йылда мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһен үткәреү тураһында бойороҡ ҡабул итте. Быныһында педагогтар советы Салауат ҡалаһында үтәсәк.

Мәғариф министрлығына Салауат ҡалаһы хакимиәте, Мәғарифты үҫтереү институты, юғары уҡыу йорттары ректорҙары советтары, урта һәм башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары директорҙары менән берлектә белем биреү ойошмаларын ҡарап сығыу маршрутын әҙерләргә, шулай уҡ педсоветты әҙерләү һәм үткәреүҙә ғилми-методик һәм ойоштороу тәьминәтен булдырырға ҡушылды. Республиканың башҡарма власть органдарына шулай уҡ кәңәшмәне ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам итергә ҡушылды.

Бойороҡто үтәүгә контроль БР Хөкүмәте вице-премьеры, кәңәшмәне әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәроваға йөкмәтелде, тип хәбәр ителә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть