Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округының «IВолга-2014» йәштәр форумы тамамланды

Йәмғиәт

Һамар өлкәһендә «IВолга-2014» халыҡ-ара йәштәр форумы сменаһының тантаналы ябылыуы үтте. Тантанала РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Олимпия чемпионы Светлана Журова, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Сергей Марков, Советтар Союзы Геройы Владимир Чудайкин ҡатнашты. Улар ике меңдән ашыу форум ҡатнашыусыһын ҡотланы һәм инновацион проекттар менән сығыш яһаған еңеүселәрҙе атап үтте.

Конкурста ҡатнашыуға 1622 проект заявка биргән. Алты көн дауамында йәштәр эксперттарға үҙҙәренең инновацион проекттарын ни өсөн хуплау һәм алға ебәреү кәрәклеген раҫланы. Федераль этапҡа 326 проект сыҡты. Һөҙөмтәлә уларҙы тормошҡа ашырыуға 150-300 мең һумлыҡ гранттарҙы «iВолга 2014» форумының 40 еңеүсеһе алды.

Шулай, Башҡортостан студенттары Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарына ирекмәндәрҙе әҙерләү программаһын тәҡдим итте. Уларҙың эше жюри ағзаларын да, саммиттан тыш ойоштороу комитеты рәйестәрен дә, шулаҡ уҡ башҡа эре Рәсәй сараларын да ҡыҙыҡһындырҙы.

«iВолга-2014» йәштәр форумында Волга буйы федераль округының 14 төбәге, Ҡытай Халыҡ Республикаһының биш провинцияһы һәм бер үҙәк эйәртеүендәге ҡала йәштәре ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть