5 декабрь, Дүшәмбе

30 июнь 2014 йыл, 11:47

Рөстәм Хәмитов РФ министры Михаил Абызов менән «Асыҡ хөкүмәт» мәсьәләләре буйынса осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рөстәм Хәмитов «Асыҡ хөкүмәт» эшмәкәрлеген координациялау буйынса федераль Хөкүмәт комиссияһының ғәмәлдәре өсөн яуаплы Рәсәй Федерацияһы министры Михаил Абызов менән осрашыу үткәрҙе. Власть органдарының граждандар йәмғиәте менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.

— Дөйөм алғанда, «Асыҡ хөкүмәт» концепцияһы буйынса ныҡ ҡына эшләйбеҙ. Беҙҙә эшсе төркөмдәр ойошторолған, билдәле бер уңыштарға өлгәштек. Әлбиттә, эште дауам итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә бар. Беҙҙе борсоған мәсьәләләр ҙә етерлек, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Был эште координациялау өлөшөндә тулыһынса үҙебеҙ ойошторолоп бөтмәгәнбеҙ. Яңы ғына быны хеҙмәттәштәрем менән тикшерҙек. Ниңә уның килеп сыҡҡанын һәм артабан беҙгә нисек эшләүҙе тикшерербеҙ.

Михаил Абызов, властың асыҡлыҡ концепцияһы сиктәрендә асыҡ дәүләт идара итеү проекты буйынса республиканың тәжрибәһе, һис шикһеҙ, ыңғай, тип иҫәпләй.

— Республиканың Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында йыйылған тәжрибәне уртаҡлашыу һәм үҫтереү мөмкинлеге бар. Был проектты бөгөн бөтә субъекттар тиерлек ғәмәлгә ашыра. Асыҡ дәүләтселек функцияларын ғына түгел, ә граждандарҙың йәшәү сифатын да күтәрергә ярҙам иткән практиктар бар. Ул проекттың аҙаҡҡы маҡсаты, — тип билдәләне министр.

Михаил Абызовтың әйтеүе буйынса, «был механизмдар властың үҙенә генә түгел, ул тәү сиратта кешеләргә кәрәк. Рәсәй Президенты Указдарын башҡарыу буйынса беҙ бергәләп хәл иткән мәсьәләләр кешеләр өсөн ябай һәм аныҡ аңлатыуҙы талап итә. Бөгөн йәмғиәттә формалашҡан өмөттәр эшмәкәрлегебеҙҙең ысын раҫланыуын талап итә».

Рөстәм Хәмитов һәм Михаил Абызов бергәләшкән эштең етди йүнәлештәрен, уны әүҙемләштереү мөмкинлектәрен тикшерҙеләр.

темалар: асыҡ хөкүмәт