4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июнь 2014 йыл, 10:18

Төбәк башлығы ШОС һәм БРИКС илдәре журналистары менән осрашты

автор: "Башинформ" | фото: Хәлит Сафин

28 июндә Өфөлә Рөстәм Хәмитов сит ил журналистары – Башҡортостанда аҙналыҡ матбуғат турында булған ШОС һәм БРИКС илдәре киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов журналистарҙың республика буйынса бай һәм ҡатмарлы сәфәре булғанын билдәләне.

— Меңләгән саҡрым юл үттегеҙ. Ысынында иһә, ул күп түгел. Ҡатмарлыраҡ маршруттар ҙа була. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙ республика менән таныштығыҙ. Беҙҙең тәбиғи күренекле урындарҙы ҡаранығыҙ, беҙҙең кешеләр менән таныштығыҙ. Күп нәмә һеҙгә оҡшағандыр тип уйлайым.

Мин һеҙҙең менән осрашыуҙы ойоштороу тураһында һораным, сөнки һеҙ Шанхай хеҙмәттәшлек илдәренән һәм БРИКС илдәренән эш алып бараһығыҙ. Киләһе йыл беҙҙә ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары уҙасаҡ. Беҙҙең турала, күршеләребеҙҙән тыш, аҙ беләләр. Ҡытайҙа, Һиндостанда, Италияла, моғайын, беҙҙең турала аҙ ишеткәндәрҙер. Сәфәр барышында һеҙгә беҙҙең республика тураһында һөйләнеләр. Беҙ Рәсәй Федерацияһында эре индустрия-сәнәғәт һәм аграр төбәк. Беҙ Рәсәй Федерацияһында иҫәп буйынса иң ҙур республика, — тине республика башлығы.

Ул саммиттарға әҙерлектең нисек барғаны тураһында һөйләне.

— Әҙерлек планға ярашлы бара. Эшләп килгән объекттар һәм яңыларын төҙөү өлөшөндә беҙ бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар һәм мәсьәләләр кисермәйбеҙ. Модернизацияға килгәндә, эштәр Конгресс-холда бара. Был бина ете йыл элек төҙөлгән. Ул яңыртыла. Шулай уҡ бер нисә мәҙәни тәғәйенләнештәге бина яңыртыла.

Ҡалабыҙҙың бөхтә, таҙа булғанын күрҙегеҙ. Беҙгә ҡунаҡтар алдында оят түгел. Улар ҡаланы бөгөн һеҙ күргәнсә күрәсәк. Саммиттарҙың июль аҙағында үтеүе күҙаллана. Ғөмүмән әйткәндә бер йыл һәм бер айҙан. Тәбиғәт хәҙерге кеүек буласаҡ. Шуның менән беҙҙең әҙерлек эштәре тамамлана. Әҙерлек өлөшөндә башҡа нәмәләр эшләмәйбеҙ. Ойоштороу осоро байтаҡ ауыр ғына. Беҙгә ике йөҙ меңләгән кешене ҡабул итергә кәрәк буласаҡ. Эре халыҡ-ара конференциялар, форумдар үткәреүҙә беҙҙең тәжрибә байтаҡ. Был беҙҙе ҡурҡытмай. Был эште нисек эшләргә беҙ беләбеҙ. 2014 йылдың аҙағына, 2015 йылдың башына беҙҙең биналар, ҡоралмалар, отелдәр әҙер буласаҡ. 2015 йылдың яҙына ойоштороу яғынан әҙер булабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Дәүләт башлыҡтары саммиттарынан башҡа Өфөлә тағы ла бер нисә сара үтәсәк. Шул иҫәптән ШОС һәм БРИКС илдәре Эшлекле советтары. Был форумдарға меңләгән кеше килер тип уйлайбыҙ. Был Эшлекле советтар реконмендациялар әҙерләйәсәк, һәм улар ШОС һәм БРИКС илдәре бизнес-берекмәләренең үҙ-ара эш итеүе өлөшөндә дәүләт башлыҡтарына еткереләсәк.

темалар: шос, брикс